10:58 (UTC+5), 26 Апреля 2010

Башҡортостан делегацияһы Абхазия һәм Төркиәлә эшлекле осрашыуҙар үткәрә

Әлим Фәйезов
Бөгөн, 26 апрелдә, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Абхазия Республикаһына осто. Делегация составында — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры Юрий Пустовгаров һәм башҡа рәсми вәкилдәр бар. БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Абхазия Республикаһына визит ике көнгә һуҙыласаҡ. 27 апрелдә Башҡортостан делегацияһы Абхазия Республикаһынан Төркиә Республикаһына осорға тейеш. Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Төркиә Республикаһына рәсми визиты 29 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.
Абхазия Республикаһында Башҡортостан делегацияһы Абхазия Президенты Сергей Багапш менән осрашасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм Абхазия Президенты Сергей Багапштың Башҡортостан Республикаһы (Рәсәй Федерацияһы) менән Абхазия Республикаһы араһындағы 2010-2011 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйыуы планлаштырыла. Планда шулай уҡ Абхазиялағы Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Семен Григорьев менән эш осрашыуын үткәреү ҙә ҡаралған.
27 - 29 апрелдә Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге БР-ҙың рәсми делегацияһы Төркиә Республикаһында (Истанбул ҡалаһы) эш осрашыуҙары үткәрә. Тәүге көндә Анадолу Саглык Меркези медицина үҙәгендә эшлекле осрашыуҙар һәм «Анадолу групп» холдингы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр көтөлә. Икенсе көнөнә "Шишеджам" холдингы етәкселеге менән Рәсәйҙә быяла етештереү мәсьәләләре буйынса һәм Башҡортостан Республикаһында сода производствоһы үҫеше перспективалары тураһында һөйләшеүҙәр планлаштырыла. Башҡортостандың рәсми делегацияһы йәнә Истанбулдағы Рәсәй Федерацияһының генераль консулы Алексей Ерхов менән осрашыу үткәрәсәк. 29 апрелдә башҡорт делегацияһы Төркиә экспортерҙар палатаһы вәкилдәре һәм күн тармағында потенциаль инвесторҙар менән осрашырға тейеш.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика