10:02 (UTC+5), 23 Апреля 2010

«НефАЗ» менән AGCO корпорацияһы 100 комбайн йыйыуға контрактҡа ҡул ҡуйҙы

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән AGCO корпорацияһы 100 иген урыусы комбайн йыйыуға контрактҡа ҡул ҡуйҙы. AGCO International GmbH корпорацияһы исеменән документҡа - вице-президент Фрэнк Келлер, «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте яғынан предприятиеның генераль директоры Рәиф Маликов ҡул ҡуйҙы. Тантанала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры Юрий Пустовгаров ҡатнашты.
Был проект өҫтөндә эш 2008 йылда уҡ башланған. Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, 2009 йылдың апрелендә Башҡортостан Хөкүмәте менән AGCO корпорацияһы хеҙмәттәшлеге тураһында Генераль килешеүгә ҡул ҡуйылған. Ошо документҡа ярашлы, республикала артабанғы локалләштереү менән ауыл хужалығы техникаһын йыйыу производствоһын ойоштороу планлаштырыла. Ошо уҡ йылды «НефАЗ» йәмғиәтенең яңы производствоға бүленгән майҙандарында 20 «Челленджер 647» комбайны йыйыла.
Бөгөнгө контракт «НефАЗ» акционерҙар йәмғиәтендә AGCO компанияһының ауыл хужалығы техникаһын киң күләмдә етештереүгә юл аса. Предприятиела комбайндар йыйыуға киң масштаблы участка әҙерләнгән. Хөкүмәт кимәлендә тейешле документтарға ҡул ҡуйылған һәм артабан проектты бойомға ашырыуға предприятие етәкселеге кимәлендәге белгестәр тотонасаҡ. Донъялағы иң яҡшы комбайндарҙың береһен юғары дәрәжәләге локалләштереү менән бергә беҙҙең республикала етештереү - оҙайлы хеҙмәттәшлектең төп маҡсаты.
— AGCO компанияһы менән берлектәге киләһе проекттар был программаны ғәмәлгә ашырыуҙан тора, — тип билдәләне Юрий Пустовгаров. — Республика машиналар төҙөлөшө мөмкинлектәре был проектты бойомға ашырырға юл ҡуя. Был бер комбайндарға ғына түгел, ауыл хужалығы техникаһы спектрына һәм тағылма инвентаргә лә ҡағыла. Беҙгә был производствоның мотлаҡ Башҡортостанда ойошторолоуы мөһим, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер, — сөнки республика ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса Рәсәйҙең өс алдынғы төбәге исемлегендә, һәм ауыл хужалығы техникаһын төп ҡулланыусы ла.
Яңы производство республика машина төҙөлөшөн яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Быны «НефАЗ»да үткән модернизация ла раҫлай. Билдәле ваҡыт үткән һайын бында яңы быуын техникаһы сығарыла. Автобустар, махсус техника улар иҫәбендә. Хәҙер заманса ауыл хужалығы техникаһы ла етештерелә башлаясаҡ.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика