Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Апрель 2010, 11:33
Башҡортостан "НефАЗ"дары Һамар пассажирҙарын йөрөтәсәк
Яҡын арала Һамарҙа 20 яңы автобус йөрөй башлаясаҡ, тип хәбәр итә Һамар ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлегенә һылтанма менән "ИА REGNUM-ВолгаИнформ". Автобустар паркын үҙебеҙҙә сығарылған "НефАЗ"дар һәм Италияның "Фиат"тары тулыландырасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март аҙағында 20 "Фиат" (пассажирҙар аҙ йөрөгән маршруттарҙа урын алды), шулай уҡ Башҡортостанда йыйылған "НефАЗ" маркаһындағы 5 автобус ҡала урамдарына сығарылды. Нефтекаманан бөтәһе 48 машина ҡайтарыласаҡ. Шуларҙың 20-һе киләһе аҙна башынан башлап муниципаль маршруттарҙа пассажирҙар йөрөтәсәк. Һуңғы өс йыл эсендә Һамарҙа 134 яңы автобус һатып алынған. Шуларҙың ҙур өлөшөн Башҡортостанда етештерелгән автобустар алып тора.
Автор:
Юлай Мәғсүмов
Теги:
машиналар төҙөлөшө
нефаз
Читайте нас: