09:49 (UTC+5), 22 Апреля 2010

Күсемһеҙ милек күргәҙмәһе асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә, «Аҡбуҙат» ипподромында, «Күсемһеҙ милек. Яҙ-2010» XIV күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Ошонда уҡ «Финанстар йәрминкәһе» һәм «Коттедж. Усадьба. Дача. Аҙ ҡатлы һәм ағас йорттар һалыу» күргәҙмәләре лә эшләй башланы. Уларҙы ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Азимут» Күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте.
Күсемһеҙ милек күргәҙмәһе Өфөлә даими рәүештә йылына ике тапҡыр үткәрелә һәм баш ҡала тормошонда мөһим ваҡиға булып тора. Уның төп бурысы – тармаҡ профессионалдарын берләштереү һәм халыҡҡа һатыу-һатып алыу һәм күсемһеҙ милек менән башҡа операциялар үткәреү мәсьәләләре буйынса аңлатыу эше алып барыу.
Программала тематик семинарҙар һәм конференциялар үткәреү ҡаралған. Быйыл экспозицияла яңы проект — «Буш майҙандар йәрминкәһе» — бирелә, унда хужалар һәм коммерция күсемһеҙ милке менән идара итеүселәр сауҙа, офис һәм склад биналарын тәҡдим итә.
«Күсемһеҙ милек. Яҙ-2010» XIV күргәҙмә-йәрминкәһе 24 апрелгә тиклем эшләйәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика