10:39 (UTC+5), 20 Апреля 2010

Өфөлә торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөлөшө әүҙем бара

Рәсүл Хәмиҙуллин
Былтыр Өфөлә 564 мең квадрат метр торлаҡ торлаҡ төҙөп файҙаланыуға тапшырылды. 2010 йылдың беренсе кварталында 60 мең «квадрат» төҙөлдө. Торлаҡ төҙөлөшөнөң дөйөм күләменә индивидуаль төҙөүселәр иң ҙур өлөш индерҙе, тип хәбәр итте бөгөн матбуғат конференцияһында баш ҡала хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Ильяс Мөниров.
Торлаҡ йорттарҙан тыш, 2009 йылда байтаҡ социаль объекттар сафҡа индерелде.
— Улар иҫәбендә — Сипайлово биҫтәһендә балалар поликлиникаһы филиалы, 21-се ҡала клиник дауаханаһының операция блогы һәм башҡалар, — тине Ильяс Мөниров. – Күп кенә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары реконструкцияланды һәм капиталь ремонтланды. Ҡайһы бер объекттарҙа ремонт дауам итә. Биш яңы балалар баҡсаһы проекттары әҙерләнә.
Ильяс Мөниров, төҙөлөштә көрсөк күренештәре һөҙөмтәһендә, өлөшсөләр һәм Өфө хакимиәте менән килешеп, сафҡа индереү срогы кисектерелгән торлаҡ йорттар күп, тип билдәләне. Туҡтатыу сәбәптәренең береһе булып банк системаһының кредит биреүҙән баш тартыуы һәм халыҡтың ипотека ала алмауы тора. Хәлдән сығыу өсөн Башҡортостан Хөкүмәте, квадрат метрҙың хаҡын кәметеү һәм фатирҙарҙы социаль схемалар буйынса һатыу маҡсатында, төҙөлөүсе күп ҡатлы йорттарға инженер селтәрҙәре үткәреүҙе финанслау тураһында ҡарар ҡабул итте. Әлеге ваҡытҡа бер нисә йорт буйынса ҡала һәм республика бюджеттарынан бергә финанслауҙы күҙ уңында тотоусы бер нисә килешеү әҙерләнгән. Был төҙөлөшкә өҫтәмә импульс бирәсәк. Быйыл Өфөлә 620 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырырға планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика