06:51 (UTC+5), 20 Апреля 2010

Башҡортостанда мәғлүмәт-консультация үҙәге төҙөлә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы советы ултырышы үтте. Ассоциация рәйесе Алексей Щербацкий ойошмаларҙың 2009 йылдың декабренән 2010 йылдың апреленә тиклем осорҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Ул Ассоциацияның закондар сығарыу инициативалары тураһында һөйләне. Уларға «Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында» БР Законы проектына республика Ассоциацияһы индергән төҙәтмәләр инә.
— Был төҙәтмәләр арҡаһында хеҙмәтләндереүҙәр күрһәткәндә контроль-касса аппараттарын мотлаҡ файҙаланыу кире ҡағылды һәм ҡәтғи отчетлылыҡ бланкаһы формаһында квитанция биреүгә өлгәшелде, — тип билдәләне Алексей Щербацкий.
Ул бизнес-берләшмәнең республика Прокуратураһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә айырыуса ҙур иғтибар бүлде.
— Бында тығыҙ хеҙмәттәшлеккә һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеүгә тенденция билдәләнде, — тине БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы рәйесе.
Ойошманың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ултырышта Ассоциация ҡарамағында мәғлүмәт-консультация үҙәге төҙөү тураһында билдәле булды. Бөтәһе ун бер йүнәлеш төҙөлдө, улар буйынса эксперттар Ассоциация ағзаларына бушлай консультация бирергә әҙерҙәр. Улар араһында — банкынан кредит алғанда, документтар тултырғанда ярҙам, хоҡуҡ яҡлауы һәм юридик консультациялар, бизнес-проекттар әҙерләү һәм башҡалар.
1 апрелдән шулай уҡ БР Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам фондында төрлө субсидиялар алыуға заявкалар ҡабул ителә. БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы был процеста үҙенә консультант ролен алды.
Сара аҙағында Ассоциацияға инеүсе ойошмалар менән таныштырыу үткәрелде. Улар иҫәбендә «Ишембай станоктар ремонтлау заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Витценманн – Руссия» берлектәге предприятиеһы, «Башинвестбанк» яуаплылығы сикләнгән предприятиелары, «Банк Интеза» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Улар барыһы ла ойошма ағзаһы булырға ышаныс күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә әҙер булыуҙары хаҡында әйтте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика