07:33 (UTC+5), 16 Апрель 2010

Раил Сарбаев: Башҡортостан Сирия менән иҡтисади хеҙмәттәшлеккә асыҡ

БР Хөкүмәтенең мабуғат хеҙмәте
Хөкүмәт Премьер-министры етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы рәсми делегацияһының Сирия Ғәрәп Республикаһына визиты тамамланды. Визит сиктәрендә Сирия Ғәрәп Республикаһындағы Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Сергей Кирпиченко менән осрашыуҙар, Сирия Ғәрәп Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Абдулла Дардари, Сирия дәүләт нефть Корпорацияһының генераль директоры Али Аббас, Сирия нефть компанияһының генераль директоры Омар Хамад менән һөйләшеүҙәр үтте.
Раил Сарбаев Абдулла Дардари менән әңгәмәлә Башҡортостандың интеллектуаль, технологик потенциалы беҙҙең республика территорияһында ла, Сирия Ғәрәп Республикаһы территорияһында ла берлектәге предприятиелар ойошторорға мөмкинлек биреүен билдәләне. Башҡортостан – инвестициялар өсөн уңайлы һәм ышаныслы төбәк. Был өлкәлә республика рейтингы дөйөм алғанда ил рейтингына ҡарағанда күпкә юғары. Бынан тыш, әңгәмәлә Сирия Ғәрәп Республикаһының вице-премьеры Сирия сәнәғәтен модернизациялауҙа Башҡортостан тәжрибәһен уңышлы ҡулланыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бигерәк тә нефть эшкәртеү һәм энергетика өлкәһендә.
“Уралтехнострой” корпорацияһы Сирияға ла килеп еткән һәм унда үҙенең производствоһын ойошторған. Өфө компанияһы тәүге тендерҙа еңеп сыҡҡан һәм Сирия нефть компанияһы менән Сирия Ғәрәп Республикаһының төньяҡ провинцияларында Телл-Аддас ятҡылығын реконструкциялауға контракт төҙөгән. Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы визиты дауамында контракттың презентацияһы үтте. Сиратта – 130 миллион АҠШ доллары менән баһаланған икенсе тендер.
«Ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа яҡындан аралашыу – уңыштың яртыһы», — тип иҫәпләй инвестиция өлкәһе белгестәре.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика