07:56 (UTC+5), 16 Апреля 2010

Өфө йәштәре эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә ынтыла

Рәсүл Хәмиҙуллин
«Буласаҡ эшҡыуар» проекты сиктәрендә Өфөлә «Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы. Коммерция күсемһеҙ милке» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Унда эш асыу өсөн дәүләт субсидиялары алыу (старт-ап) мәсьәләләре тикшерелде һәм коммерция милке менән бәйле проблемалар күтәрелде.
Сарала Өфөнөң Муниципаль милек менән идара итеү комитеты, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды, күсемһеҙ милек агентлыҡтары, йәш эшҡыуарҙар һәм урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығына түңәрәк өҫтәлдең координаторы Эллина Гәрәйеваның хәбәр итеүенсә, «Буласаҡ эшҡыуар» проекты популярлыҡ яулай.
— Проектты уҙған йылда Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәте әҙерләне, — ти Гәрәйева. – Әлеге мәлдә 20 кеше ҡатнаша. Даими тренингылар һәм семинарҙар ойошторабыҙ, унда ҡатнашыусылар билдәле эшҡыуарҙар менән аралаша, үҙ эшеңде алып барыуҙың һәм дәүләт структуралары менән хеҙмәттәшлек итеүҙең байтаҡ нюанстары менән таныша ала. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын ҡунаҡтарға биреү мөмкинлеге лә бар.
Әгәр элек бындай саралар баш ҡаланың Орджоникидзе районы халҡы өсөн ойошторолһа, хәҙер аудитория киңәйә. Проект йомғаҡтары буйынса буласаҡ эшҡыуарҙар үҙҙәрен бизнес-идеяларын тәҡдим итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика