07:06 (UTC+5), 16 Апрель 2010

Өфөнөң лимонарийында банандар өлгөрә

Ғәлиә Нәбиева
Ике-өс айҙан банандың тәүге уңышын алырға ниәтләй Өфө лимонарийы белгестәре. Был үҫемлектең емештәре ҙур түгел, бер бармаҡ үлсәмендә. Агентлыҡ хәбәрсеһенә экскурсиялар ойоштороусы Розалия Хәйруллинаның һөйләүенсә, өс йыл элек лимонарийға япон кәрлә бананының бик һирәк осраусы төрөн бүләк иткәндәр. Был үҫемлек ҙур емеш суҡтары булған ғәҙәти пальмаға бөтөнләй оҡшамаған. Яңы төр ҙур булмаған ҡыуаҡты хәтерләтә, ә белгестәр уны бөтөнләй үлән тип йөрөтә.
Кәрлә банан үҙ ғүмерендә бер тапҡыр сәскә ата, һәм емештәре өлгөргәс, һәләк була. Банандың сәскә атыуына һоҡланып ҡарайһың, шул уҡ мәлдә экзотик үҫемлектән бер ҙә айырылғы килмәй. Лимонарий хеҙмәткәрҙәре тороп ҡалған тамырынан артабан яңы үҫемлек үҫтереп алырға ниәтләй.
Лимонарий әлеге ваҡытта сәскәгә төрөлгән баҡсаға оҡшаш. Алһыу һәм аҡ олеандр сәскә менән ҡапланған. Кофе ағасы, лимондар, фей-хоа сәскә атырға ултыра. Инжир емешкә тумалған. Хеҙмәткәрҙәр ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында экзотик емештәрҙең өлгөрөү серҙәрен асырға әҙер. Лимонарийға экскурсия бигерәк тә мәктәп уҡыусыларына ҡыҙыҡлы буласаҡ. Энциклопедия иллюстрацияларынан ҡарағансы, үҫемлектәрҙе яҡындан, ҡул менән тотоп ҡарап өйрәнеү күпкә отошлораҡ бит.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика