08:52 (UTC+5), 16 Апреля 2010

Башҡортостан газды транспортлаусыларының хеҙмәт шарттары хәүефһеҙ һәм уңайлы

Юлай Мәғсүмов
Хеҙмәт һаҡлау торошона, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлегенә «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте айырым иғтибар бүлә.
«Башинформ» агентлығына предприятиеның йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Йәмғиәттә төп принцибы «Алдан күрә белергә һәм идара итергә» кеүек яңғыраған хәүеф менән идара итеү концепцияһы әүҙем тормошҡа ашырыла.
Хеҙмәт һаҡлау һәм ҡулай шарттар булдырыу был концепцияның мөһим йүнәлештәренең береһе иҫәпләнә. 2005 йылдан алып 2009 йылға тиклемге осорҙа был маҡсатҡа 474 миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителгән, ул, үҙ сиратында, файҙаланған объекттарҙы производство хәүефһеҙлеге һәм эстетика талаптарына яуап бирерлек кимәлгә еткерергә, өҫтәмә индивидуаль һаҡ саралары һатып алырға, хеҙмәт һаҡлау буйынса кабинеттарҙы йыһазландырырға мөмкинлек биргән.
Сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – газ транспортлаусы предприятие эшмәкәрлегенең йәнә бер йүнәлеше. Хәүеф менән идара итеү концепцияһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2005-2009 йылдарҙа сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса төп сараларҙы үткәреүгә 527 миллион һум бүленгән: заманса янғын һүндереү ҡулайламалары ҡуйылған, 3 янғын депоһы төҙөлгән, янғын һүндереү машиналары паркы яңыртылған.
Хәүефһеҙ һәм уңайлы хеҙмәт шарттары тыуҙырыуға етди иғтибар «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә газды транспортлауҙы һәм уны республиканың сәнәғәт предприятиеларына еткереүҙе уңышлы һәм тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика