Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
1+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Апрель 2010, 16:21

Яҙғы һунар миҙгеле асыла

БР Хөкүмәтенең 2010 йылдың 14 апрелендәге 352-се бойороғо менән 2010 йылдың 17 апреленән 2 майына тиклем республикала юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға беркетелгән һунарсылыҡ участкалары биләмәләрендә ата өйрәктәргә, ҡаҙҙарға, ҡурпысыҡтарға яҙғы һунар асыласаҡ.
Бойороҡ менән дөйөм файҙаланыу, Өфө районы муниципаль районы һунарсылыҡ участкалары биләмәләрендә һәм тораҡ пунттары составына ингән ерҙәрҙә яҙғы һунар тыйыла.
Республиканың бөтә территорияһында ата һуйыр һәм ҡорҙарға яҙғы һунар тулыһынса тыйыла.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һунар итеү нормативтарын билдәләргә, шулай уҡ был бойороҡто үтәүгә контроллек итергә ҡушылды.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: