14:49 (UTC+5), 15 Апреля 2010

Төҙөлөштөң яңы технологиялары энергия ҡулланыуҙы кәметергә мөмкинлек бирә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөгөн Өфөлә «Барыһы ла төҙөлөш һәм ремонт өсөн» махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә «Энергоэффектив биналар: төҙөлөш, реконструкция, файҙаланыу» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
— Башҡортостанда 90 проценттан ашыу торлаҡ йорт йылылыҡ ҡулланыу кимәленең иҫке нормативтары буйынса эшләнгән, — ти техник фәндәр докторы Вадим Бабков. – Улар экономиялы түгел. Хәҙер яңы нормативтар ваҡыты етте – йылылыҡ ҡулланыу 40 процентҡа кәмергә тейеш. Быға яңы технологиялар ярҙамында ирешергә мөмкин. Улар менән билдәләнгән кимәлдән дә күберәк экономия яһарға була. Энергия сарыф итеүҙе беҙҙең климатҡа оҡшаш көнбайыш илдәре кимәленә еткеререү мөмкинлеге лә күҙҙалана.
Конференцияла ҡатнашыусылар төҙөлөштә файҙаланыусы заманса материалдар, климат системалары, сәнәғәт инновациялары тураһында һөйләне. Атап әйткәндә, йылылыҡ һаҡлаусы стеналар тураһында мәсьәлә күтәрелде. Вадим Бабков әйтеүенсә, Башҡортостанда бындай стеналарҙың алты варианты әҙерләнә.
Республикала иҫке торлаҡ йорттарҙы санациялау программаһын ғәмәлгә ашырыу тураһында доклад менән Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты Никита Самофеев сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда 50-80-се йылдарҙа төҙөлгән йорттарҙың күбеһендә тыш яғынан сатнаған урындар бар.
— Бындай йорттарҙың яҡын арала авариялы торлаҡ исемлегенә инеүе бар, — тип белдерҙе докладсы. – Улар санация программаһы буйынса ремонтлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика