12:20 (UTC+5), 15 Апреля 2010

"Башсельхозтехника" “Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына Ростсельмаштың 65 тракторы” акцияһында ҡатнаша

Ғәлиә Нәбиева
9 апрелдән 31 майға тиклем Башсельхозтехника дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, "Ростсельмаш" компанияһының рәсми дилеры, «Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына Ростсельмаштың 65 тракторы» акцияһын үткәрә.
Еңеүҙең юбилейына "Ростсельмаш" Рәсәйҙә йыйылған 375 ат көсөндәге Buhler VERSATILE (Бюлер Версатайл) канада тракторҙарының махсус серияһын махсус хаҡ – 5899 мең һум менән сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ғәҙәттә уның хаҡы 700 меңгә ҡыйбатыраҡ.
— Башҡортостанда бындай ҡеүәтле, көслө энергиялы техника ҙур һорау менән файҙалана, - ти «Башсельхозтехника»ның директор урынбаҫары Альфред Әхмәтов. – Беҙ яңы техника һатып алыуҙа ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ.
Ауыл хужалығы техникаһының хаҡын арзанайтыу тураһында мәғлүмәт муниципаль район етәкселегенә еткерелгән һәм «Башсельхозтехника»ның сайтында урынлаштырылған.
Юбилей серияһы тракторҙарын һатыуҙан килгән килемдең бер өлөшө Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙамға йүнәлтеләсәк.
Buhler VERSATILE тракторҙары бар донъяла универсаллеге менән баһалана. Ул ресурстарҙы һаҡсыл ҡулланыу технологиялары буйынса эштәргә лә, шулай уҡ ер эшкәртеүҙең традицион технологиялары өсөн дә тәғәйенләнгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика