13:04 (UTC+5), 15 Апреля 2010

Башкортостан Президентына «Тайга»ның нимәгә һәләтле булыуын күрһәттеләр

Сергей Захаров | фото: Айрат Нурмөхәмәтов
Бөгөн Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында булды. Бында уға «Тайга» ағас эшкәртеү ҡорамалының технологик мөмкинлектәрен күрһәттеләр.
Таҫма пилорама Новосибирскиҙа машиналар эшләү заводында етештерелә, ул бүрәнәләрҙе таҡта, брус, шпалдарға һәм башҡа төрлө материалдарға ярыу өсөн тәғәйенләнгән.
Станок ярайһы экономиялы, — тип билдәләй белгестәр. Минималь күләмдә бысҡы вағы менән ул сменаһына 10-12 кубометр таҡта етештерә ала.
Таҡта ярыу яйланмаһының уңышлы яҡтары иҫәбендә – сағыштырмаса юғары булмаған хаҡы (180 мең һум тирәһе), ышаныслы конструкциялы булыуы, ҡулланыуҙа ябайлығы, оҙаҡ көйләүҙе талап итмәй, йәнә компактлы ла. Үлсәмдәре агрегатты һүтелгән килеш ябай микроавтобуста күсереп йөрөтөргә мөмкинлек бирә.
Президент был продукцияға һорау булыу-булмауы тураһында ҡыҙыҡһынды. Уға унға яҡын таҡта ярыу агрегаты һатылыуы хаҡында әйттеләр. Күп осраҡта уларҙы бәләкәй бизнес вәкилдәре алған.
«Башсельхозтехника» етәкселәре шулай уҡ республика башлығына алдағы сәсеү кампанияһына техниканың әҙер булыуын хаҡында ла хәбәр итте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика