10:42 (UTC+5), 14 Апреля 2010

Өфөлә ИКЕА компанияһының вакансиялар йәрминкәһе асылды

Ғәлиә Нәбиева
Өфөлә ИКЕА компанияһының вакансиялар йәрминкәһе эшләй башланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, билдәле швед компанияһының сауҙа комплексын асыу көҙгә планлаштырыла. Әлеге ваҡытта компания сауҙа үҙәгендә эшләү өсөн персонал йыя. Аҙна дауамында, 20 апрелгә ҡәҙәр, теләге булғандарҙың барыһы ла халыҡ-ара компания эшмәкәрлеге менән таныша ала. Эш урындарына дәғүә итеүселәр анкета тултырырға һәм ИКЕА вәкилдәре менән әңгәмәләшеү үтергә тейеш. Артабан перспективалы кандидаттар өҫтәмә әңгәмәләшеүгә саҡырыласаҡ.
Компания вәкилдәре әйтеүенсә, вакансиялар йәрминкәһе һөҙөмтәһендә 200-ҙән ашыу яңы хеҙмәткәрҙе эшкә алыу планлаштырыла. Магазинға һәр төрлө профессиялы хеҙмәткәрҙәр - һатыусылар, кассирҙар, визуаль мерчендайзерҙар, декораторҙар, ашнаҡсылар талап ителә. Йәрминкәлә һайлап алынған хеҙмәткәрҙәр магазин асылғанға тиклем компанияның әлеге ваҡытта эшләп килгән икенсе сауҙа комплекстарында уҡыу һәм стажировка үтәсәк.
Һайлап алыуҙың төп критерийҙары иҫәбендә — алсаҡлыҡ, эшһөйәрлек, яуаплылыҡ, белемеңде арттырыуға ынтылыш. Хеҙмәткәрҙәр тулы һәм өлөшләтә эш көнөнә алынасаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.
Белешмә. ИКЕА — үҙенең дизайны буйынса 60 йылдан ашыу мебель һәм интерьер әйберҙәре етештереүсе швед компанияһы. Рәсәйҙә ИКЕА магазиндары МЕГА ғаилә сауҙа үҙәктәре составында асыла. Бөгөнгө көндә Рәсәй ҡалаларында ошондай 12 комплекс уңышлы эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика