Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
12+ °C
Облачно
Иҡтисад
13 Апреля 2010, 07:01

Урман һәм баҡса айлығы башланды

Башҡортостанда урман һәм баҡса айлығы башланды. Уны республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре үткәрәсәк. Сараларға дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары әүҙем йәлеп ителәсәк, сөнки был экологик акция ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә.
Акция сиктәрендә урман-парк зоналарын таҙартыу һәм төҙөкләндереү үткәреләсәк, ағастар ултыртыласаҡ, тораҡ пункттары йәшелләндереләсәк һәм башҡа эштәр башҡарыласаҡ.
Урмандарҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш үткәреләсәк. Бында бигерәк тә урман участкаларын ҡуртымға алыусылар ҙур роль уйнарға тейеш.
Урман һәм баҡса айлығы майҙа тамамланасаҡ.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас