11:30 (UTC+5), 13 Апреля 2010

«Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһы фермерҙары көнөнә 200 тонна ҡыяр йыя

Ғәлиә Нәбиева
Баҫыуҙар саҡ ҡарҙан әрселә, ә «Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһында уңыш йыйыу осоро ҡыҙа. Ябыҡ грунт ҡыяры өлгөргән. Көн һайын фермерҙар һәр гектарҙан бер тоннаға яҡын ҡытырлап торған һутлы ҡыяр йыя. Дөйөм алғанда бар ассоциациянан көнөнә 200 тоннаға яҡын уңыш алына.
— Витаминлы продукцияны тәүге тапҡыр фермерҙар март аҙағында йыйып ҡараны, — тип һөйләй «Туймазинец» рәйесе урынбаҫары Лилиә Комарова. – Бөгөн ҡыярҙарҙы күпләп йыйыу башланды. Помидорҙар ҙа өлгөрөп килә. Апрель аҙағында томаттың беренсе уңышын алырға ниәтләйбеҙ.
«Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһында барыһы 135 ағза иҫәпләнә. Улар ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре. Шуларҙың 80-е ябыҡ грунттағы йәшелсәләләр үҫтереү эшен алып бара. Уңышты һатыу менән ҡыйынлыҡтар юҡ. Яңы өҙөлгән йәшелсәләрҙе Өфө, Нефтекама, Бәләбәй, республиканың башҡа ҡалаларының ҙур булмаған күмәртәләп сауҙа итеүсе фирмалары һатып ала. Уҙған йылдан алып Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар компаниялары ла даими клиенттар иҫәбендә. Продукцияны үҙҙәре килеп ала.
Бынан тыш, фермерҙар бәшмәк үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Мартта дүрт тонна шампиньон йыйып алынған һәм ҡулланыусыларға оҙатылған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика