04:55 (UTC+5), 13 Апреля 2010

Баймаҡта урман ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса кәңәшмә үтте

Рәсүл Хәмиҙуллин
Баймаҡта урман ресурстарын рациональ файҙаланыу проблемалары буйынса кәңәшмә үтте. РФ Урман кодексы положениеларын тормошҡа ашырыу, ҡуртымсылар менән үҙ-ара эш итеү, ағасты файҙаланыу һәм халыҡҡа ағас бүлеү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы файҙаланыуға айырыуса ҙур иғтибар бирҙе.
— Ылыҫлы тоҡомдарҙы ғына түгел, ҡайын, йүкә, уҫаҡ кеүек ағастарҙы ла эшкәртә белеү мөһим. Миҫал итеп Хәйбулла, Ишембай, Иглин райондарындағы ҡайһы бер бәләкәй бизнес предприятиеларын килтерергә мөмкин, улар үрҙә һанап кителгән ағас тоҡомдарын паркет етештереү өсөн сеймал сифатында файҙалана, — тине ведомство башлығы. — Әммә был йүнәлеште үҫтереүҙә инвестицияларһыҙ эште алға ебәреп булмаясаҡ.
Халыҡҡа ағас бүлеүгә килгәндә, БР Урман хужалығы министрлығы халыҡҡа үҙ ихтыяждары өсөн йорт һалыуға ағасты аукцион үткәрмәйенсә бүлә. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бындай хоҡуҡ менән 25 йылға бер тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Был маҡсатта 150 кубометрға тиклем ағас алырға мөмкин. Йыл һайын утынға байтаҡ ағас бүленә. Йорт алды ҡаралтыларын йүнәтеү өсөн ағас кәрәк булһа, граждандар был маҡсатта 15 йылға бер тапҡыр ағас алыу хоҡуғына эйә. Күләме – иң күбе 50 кубометр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп граждандар үҙ маҡсатында файҙаланыу урынына бүленгән урманды сит ойошмаларға һаталар. Һөҙөмтәлә кеше төҙөлөш материалыһыҙ ҙа, йортһоҙ ҙа ҡала.
Рәжәп Нәбиуллин шулай уҡ, Башҡортостандың урман хужалығы тармағына ҡуртымсылар менән асыҡ мөнәсәбәттәр системаһы булдырырға кәрәк, тип билдәләне. Был планда республика лесничестволары мөһим роль уйнарға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика