04:17 (UTC+5), 12 Апреля 2010

Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлайҙар

Рәсүл Хәмиҙуллин
Башҡортостанда юлдарҙа ремонт эштәре башланды. БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы мәғлүмәте буйынса, дөйөм алғанда 181 километр юл япмаһын ремонтлау планлаштырыла.
Бөгөнгө көндә республиканың бар райондарында ла планға ярашлы эштәр башланған. Асфальтлы юлдарҙың ныҡ зарарланған урындарын ямау, күперҙәрҙе ремонтлау, барьер кәртәләрен ҡуйыу, юлға билдәләүсе һыҙыҡтар һыҙыу һәм башҡа төрлө эштәр башҡарыла.
Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 14 мең километр тәшкил итә. Йәнә алты километры – күперҙәр һәм юл үткәргестәр.
Ремонтҡа республика бюджетынан 900 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Эштәр ҡара көҙгә тиклем алып барыласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика