12:22 (UTC+5), 09 Апреля 2010

Силәбе өлкәһендә Башҡортостан өлгөһөндә картографик пландарҙы цифрлаштырасаҡтар

Ғәлиә Нәбиева
Ғәмәлдә күренеүенсә, байтаҡ төбәктәрҙә территориаларҙың фактик торошо Росреестрҙағы пландан айырыла. Көньяҡ Урал төбәге өсөн был мәсьәлә айырыуса ҡырҡыуҙарҙан һанала.
«Новый Регион» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн көньяҡ Урал Росреестрында территорианы планлаштырыу схемаларының заманса цифрлы картографик нигеҙе юҡ. Силәбе өлкәһе буйынса Росреестр идаралығы етәксеһе Игорь Цыганаштың әйтеүенсә, Башҡортостандағы кеүек, өлкәлә лә торама пункттарҙың картографик мәғлүмәтен цифрлаштырыу мөһим.
Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығынан әйтеүҙәренсә, беҙҙә был пилот проекты 2007 йылда бойомға ашырыла башлаған. Күсемһеҙ милек кадастры системаһын булдырыуға средстволар федераль һәм республика бюджетынан бүленгән. 2008 йылда 21 районға 1:10000 масштабында, 30 районға 1:2000 масштабында цифрлы картографик нигеҙ төҙөлгән. Уҙған йылда был эш дауам ителгән. Бөгөнгө көндә 54 райондың 39-ында эштәр тамамланған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан бәл өлкәлә алдынғылар иҫәбендә. Республикала кадастр иҫәбенең автоматлаштырылған системаһы уңышлы эшләп килә. Бындай системалар илдең бер нисә төбәгендә генә бар. Цифрлы картографик нигеҙгә күсеү яңы кимәлдә иҫәп алып барырға ярҙам итә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика