08:06 (UTC+5), 08 Апреля 2010

Төҙөлөштө үҫтереүгә өс миллиард һум самаһы аҡса бүленә

Рәсул Хәмиҙуллин
2010 йылға республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан өс миллиард һумға яҡын аҡса бүлеү планлаштырыла. Был мәғлүмәттәрҙе Башкортостан Республикаһы Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Был сумманың байтаҡ өлөшө халыҡҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль ярҙам буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға, шулай уҡ республиканың капиталь төҙөлөш объекттарын финанслауға йүнәлтеләсәк.
Быйыл тормошҡа ашырылған ҙур проекттарҙан Шамонин ҡасабаһындағы социаль мөһим объекттарҙы атарға мөмкин. Бында мәктәп һәм янғын һағы депоһы төҙөлә башлаясаҡ.
БР Төҙөлөш министрлығы матбуғат хеҙмәте вәкиле Фидарис Багаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, район һәм ҡалаларҙа ла республика бюджеты средстволарына балалар баҡсалары, мәктәптәр, медицина учреждениелары һәм башҡа объекттар төҙөү һәм реконструкциялау планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика