Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.33
0
98.72
0
83.7
+0.15
-4 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Апрель 2010, 18:58

Сираттағы вакансиялар йәрминкәһендә эшкә 130 йүнәлтмә бирелде

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә сираттағы вакансиялар йәрминкәһе үтте. Ул сәнәғәт йүнәлешле булды. 22 эш биреүсе үҙенә персонал йыйҙы. «Серебряный снег» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Сурсис» муниципаль унитар предприятиеһында, «Нефтегазинжиниринг» фәнни-производство берекмәһе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, шулай уҡ страховкалау агентлыҡтарында вакансиялар бар ине.
Бөгөнгө йәрминкәгә баш ҡалабыҙҙың 850 кешеһе килде, шуларҙың 130-ы эшкә йүнәлтмә алды.
Киләһе йәрминкә кесаҙнала, 15 апрелдә ойошторола. Ҡаланың транспорт предприятиелары вакансиялар тәҡдим итәсәк.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас в