14:36 (UTC+5), 07 Апреля 2010

Өфөлә «Инновациялар салоны» махсус күргәҙмәһе асылды

Любовь Колоколова
Бөгөн Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромы холында 2008 - 2010 йылдарға БР-ҙың Республика маҡсатлы инновацион программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған “Инновациялар салоны” махсус күргәҙмәһе асылды. Уны асыу тантанаһында БР Хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Никин һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Сара «Инвестициялар – инновацияларға, инновациялар – инвестицияларға» девизы аҫтында үтә һәм Республика йылына арналған. Күргәҙмә БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Фәндәр академияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының БР Милли банкыһы, Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында ойошторолдо.
“Инновациялар салоны”ның төп маҡсаты - Башҡортостандағы инновация системаһын артабан үҫтереү стратегияһын эшләү. Күргәҙмә сәнәғәт һәм фән ҡаҙаныштарын һәм мөмкинлектәрен күрһәтеүгә, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ҡорамалдарҙың, материалдарҙың, алдынғы технологияларҙың заманса өлгөләрен, фәнни-техник сиселештәр һәм инновацион проекттар эшләүгә йүнәлтелә.
“Инновациялар салоны” сиктәрендә бай эш программаһы – БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһының “Башҡортостан Республикаһында кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тураһында” ултырышы, “Башҡортостан Республикаһында кластер инициативалары” проекты, республиканың инновацион һәм инвестицион инфраструктураһы объекттары менән таныштырыу, “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар үткәреү ҡарала.
“Инновациялар салоны” өс көн дауам итәсәк. Ул ҡатнашыусыларҙы бүләкләү һәм мәктәп иншалары конкурсына йомғаҡ яһау менән тамамланасаҡ.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика