05:38 (UTC+5), 06 Апреля 2010

Өфөлә X «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә

Дмитрий Слезин
6 - 8 апрелдә Өфөлә, «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында (Ленин урамы, 50), юбилейлы X «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе үтә.
«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәне БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ярҙамында, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Тергеҙеү медицинаһы һәм курортология фәнни-тикшеренеү институты ҡатнашлығында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге ойоштора.
Йыл һайын үткәрелеүсе был туристик күргәҙмә – республика тормошонда һәр ваҡыт әһәмиәтле ваҡиға, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыуға яҡшы стимул. Көрсөк шарттарында күргәҙмә актуаллеге йәнә арта, белгестәрҙе һәм киң йәмәғәтселекте турбизнестың яңы финанс шарттарына нисек ҡулайлашыуы ҡыҙыҡһындыра.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, был күргәҙмә спорт һәм курорт-туристик бизнес үҫешенә өҫтәмә импульс бирәсәк, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс яңы маршруттар булдырыу эшенә ярҙам итәсәк, яңыса эшләү алымдарына, яңы эш урындары булдырыуға, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең ыңғай имиджын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Күргәҙмәлә ҡатнашыуға Швейцария, Украина, Удмуртия, Краснодар крайы, Татарстан, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Мәскәү, Ульяновск, Башҡортостан ҡалалары туриндустрия вәкилдәре ғариза бирҙе — барыһы 55 ҡатнашыусы.
Был экспозиция — туристик маршруттар, спорт инвентары, ял һәм күңел асыу өсөн тауар һәм хеҙмәттәр, шифахана-курорт путевкалары йәрминкәһенән ғибәрәт махсуслаштырылған күргәҙмә ул. Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн - йәйге ялының оптималь вариантын һайлауға һәйбәт ориентир.
Бында туроператорҙар, туристик фирмалар һәм агентлыҡтар тәҡдимдәре, шифахана-курорт учреждениелар һәм ҡунаҡхана сервистары, таксидермия, һәр төрлө тренажерҙар, оптика, катер, кәмәләр, бассейндар, һунар итеү һәм балыҡ тотоу өсөн заманса кәрәк-яраҡтар, спорт аяҡ кейеме, өҫкө кейем, авто- һәм мототехника, велосипедтар, банк, страховкалау һәм транспорт хеҙмәттәре, фото-, видео-, аудиоаппаратураның һәм уларҙың аксессуарҙарының киң спектры күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ.
Ҡунаҡтарҙы бай эш программаһы көтә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика