Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Дождь
Иҡтисад
2 Апреля 2010, 06:41

Өфөлә Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһе башланды

Өфөлә «Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө үҫеше: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды.
Был мәсьәләнең актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, кәңәшмәне асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. Һуңғы йылдарҙа граждандарҙы уңайлы һәм һәр кем һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса федераль кимәлдә лә, республика кимәлендә лә байтаҡ норматив акттар ҡабул ителгән.
- Был өлкәлә Башҡортостанда ярайһы тәжрибә тупланған, — тине Раил Сарбаев.- Был эш башланып ҡына торған башҡа субъекттар менән уртаҡлашыр нәмәбеҙ бар.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй Федерацияһы төбәк үҫеше министры Виктор Басаргин, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – дәүләт корпорацияһының генераль директоры Константин Цицин, Рәсәйҙең 66 субъектынан делегациялар, Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнаша.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас