05:54 (UTC+5), 02 Апрель 2010

Башнедра файҙалы ҡаҙылмаларҙың яңы ятҡылыҡтарын аса

Рәсүл Хәмиҙуллин
4 апрелдә билдәләнеүсе Геологтар көнө алдынан БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов Ер аҫты байлыҡтарынан файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡтың йомғаҡлау коллегияһында ҡатнашты. Унда уҙған йылда геологик эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе тикшерелде һәм киләсәккә пландар билдәләнде.
Башнедра менән 2009 йылда бар финанслау сығанаҡтары иҫәбенән 869 миллион һум суммаға, шул иҫәптән федераль заказ буйынса 12 объектта 118 миллион һумдан ашыуға геологик эҙләнеүҙәр ойошторолған. Рәсих Хәмитов әйтеүенсә, алтын ресурсының күҙалланғанса дөйөм артымы Учалы руда районында Р1 категорияһы буйынса 38,4 тонна тәшкил иткән, Р2 категорияһы буйынса – 118 тонна. Биш нефть ятҡылығы асылған.
— Биҙәү таштарына, атап әйткәндә, йәшмәгә, республиканың дүрт районында эҙләү эштәре тамамланды, — тине Башнедра башлығы. – Баһалау үткәргәндә йәшмәнең 14 яңы ятҡылығы асыҡланды. Шулай уҡ Саҡмағош районында ер аҫты һыуҙарының тәүлегенә 1,5 мең кубометр дебетлы яңы Николаевка участкаһы табылды.
Тармаҡта үҙенең ауырлыҡтары ла бар. Мәҫәлән, 2009 йылда 17 әҙер аукциондың етәүһе генә үткәрелгән. Был финанс көрсөгө һәм старт хаҡының юғарылығы менән бәйле. Быйылғы йылда 30-ҙан ашыу аукцион планлаштырылған.
Әле Башнедра әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә. Бөгөнгө көндә геологик эҙләнеүҙәр эшен бер нисә предприятие үткәрә: базальт сеймалға - «ДИОР» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Учалы һәм Баймаҡ райондарында баҡыр һәм алтынға - «Башкиргеология» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡалар. Ағиҙел ҡалаһында ла ер аҫты һыуҙарын эҙләү буйынса эштәр алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика