18:21 (UTC+5), 02 Апреля 2010

Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөнә өлгө ҡағиҙәләр һәм дизайнерҙарса ҡараш кәрәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Шәхси йорттарҙа йәшәү мәҙәниәтен булдырырға кәрәк. Шундай белдереү яһаны «Рәсәй терәге» президиумы ағзаһы Евгений Шлеменков Өфөлә барған Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә.
— Үкенескә күрә, илебеҙ граждандары шәхси секторҙа йәшәргә өйрәтелмәгән, - тине ул. – Был бик йыш үҙ белдеклеге менән ҡойма ҡуйыуға, ер участкаһы территорияһында өҫтәмә биналар төҙөлөшөнә һәм башҡаларға килтерә. Шуға күрә фатирҙарҙағы ҡәтғи талаптар кеүек шәхси йорттарҙа йәшәү өсөн өлгө ҡағиҙәләр ҡабул итергә кәрәк.
Евгений Шлеменков аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөндәге йәнә бер проблеманы – проекттарҙың бер типта булыуын билдәләне.
— Эконом класындағы торлаҡ минималләштерелгән һәм күңелһеҙ булырға тейеш, тигәнде аңлатмай, — тип иҫәпләй «Рәсәй терәге» президиумы ағзаһы. – Профессиональ архитекторҙарҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк. Хаҡын арттырмайынса ла, йорттарҙы уңайлыраҡ һәм төрлөрәк итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика