10:42 (UTC+5), 31 Марта 2010

Мәләүез һөт-консерва комбинаты «Һөт уңышы-2010» конкурсы Гран-прийын яуланы

Ғәлиә Нәбиева
Мәскәүҙә «Һөт индустрияһы-2010» VIII Халыҡ-ара форумы үтте. Башҡортостандан абруйлы тармаҡ форумында дүрт предприятие: «Мәләүез һөт-консерва комбинаты», «Аллат» ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнашты.
Республика предприятиелары продукцияһы тағы бер тапҡыр үҙенең юғары сифатын иҫбатланы.
БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Һөт уңышы – 2010» дегустация конкурсы Гран-прийына «Мәләүез һөт-консерва комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ҡоро һөт өҫтө лайыҡ булды. «Ҡорот» милли продукты алтын миҙал менән билдәләнде.
"Бәләбәй һөт комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте «Мәрмәр Бәләбәй сыры 45%» өсөн көмөш миҙал алды. Ә Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты бер юлы өс алтын миҙал алыуға өлгәште — ҡоро һөт, «Крәҫтиән» майы, «Адыгей» сыры өсөн.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика