14:40 (UTC+5), 30 Марта 2010

Тимер юлда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар көсәйтелгән

Мәскәүҙәге метро станцияһындағы фажиғәле ваҡиғалар менән бәйле Куйбышев тимер юлында тимер юл транспорты объекттарында антитеррористик һаҡты көсәйтеү буйынса өҫтәмә саралар күрелгән.
Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙар һәм йөк ташыуҙа хәүефһеҙлек саралары арттырылған. Өфө станцияһы вокзалында нарядҡа сығыусы Өфө эске эштәр линия идаралығы хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе арттырылған. Биналар һәм хәрәкәт итеүсе состав шартлатҡыс матдәләргә тикшерелә. Тимер юлсылар территориаль хоҡуҡ һаҡлау органдары, Өфө тимер юлды һаҡлау буйынса ведомство отряды, шәхси һаҡ предприятиелары менән берлектә тимер юл транспорты хәрәкәтен тәьмин итеүсе мөһим объекттарҙа үткәреү режимын һәм һаҡты көсәйтеүгә өҫтәмә сараһын күрә. Уларға күперҙәр, тоннелдәр, электр үҙәкләштереү постары һәм башҡалар инә.
Машинист һәм уларҙың ярҙамсыларына юлға сығыр алдынан иғтибарлыраҡ булыу кәрәклеген иҫкәртәләр. Мәҫәлән, юлдарҙа ят әйбер осрағанда был турала станция буйынса дежурҙа торған хеҙмәткәргә һәм диспетчерҙарға кисектермәйенсә хәбәр итеү мөһим. Ошондай уҡ инструкцияны “Өфө” пассажир вагон депоһы һәм "Баштранспригород" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре лә алған.
Станция биләмәләрендә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүгә контроль артҡан. Тимер юл зонаһында сит-ят кешеләр булыуға айырыуса иғтибар бирелә. Пассажирҙар ҙа иғтибарлы һәм һаҡ булыу кәрәклеге тураһында иҫкәртелә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика