06:50 (UTC+5), 30 Марта 2010

Өфөлә территорияларҙы санитар таҙартыу буйынса айлыҡ башлана

Евгений Рәхимҡолов
Ҡала территорияһын санитар таҙартыу буйынса айлыҡ Өфөлә ғәҙәттәгесә 3 апрелдә старт ала. Тейешле ҡарарға элгәре көн ҡул ҡуйылған. Был турала бөгөн Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә уның башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.
Айлыҡ 23 майға тиклем дауам итә. Был арала ике дөйөм ҡала субботнигын ойштороу ҡаралған – 24 апрелдә һәм 15 майҙа. Оҙайлы ҡыштан һуң ҡаланы төҙөкләндереү менән төрлө ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре, студенттар, мәктәп уҡыусылары шөғөлләнәсәк.
— Эштәрҙең төп өлөшөн май башына тиклем башҡарып сығыу мөһим, — тине Павел Качкаев, — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына ҡала йыйыштырылған, таҙа булырға тейеш.
Айлыҡ сиктәрендә ҡала юлдарына ремонт та башҡарыласаҡ. Әйтергә кәрәк, быйыл, Павел Качкев әйтеүенсә, финанс ауырлыҡтар менән бәйле Өфөлә юлдарға капиталь ремонт планлаштырылмай, һәм юл-эксплуатацион хеҙмәттәргә юл япмаһы ныҡ зарарланған урындарҙа “соҡор” ремонтын үткәреү кәңәш ителгән.
— Шул уҡ мәлдә бындай эштәрҙе башҡарыу сифатына етди иғтибар биреләсәк, - тине Павел Качкаев. – Эҫе асфальтты һыуға һалыу осраҡтары булырға тейеш түгел.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика