05:22 (UTC+5), 30 Марта 2010

Еңеү юбилейына ветерандарға аҡса биреләсәк

Ғәлиә Нәбиева
Дмитрий Медведев Указға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы һуғыш ветерандары Еңеү юбилейына ҡарата бер тапҡыр түләнә торған аҡса аласаҡ.
Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм унда ҡатнашыусылар, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындары, блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, һауа һөжүменә ҡаршы оборона объекттарында һәм оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләгән кешеләр, шулай уҡ концлагерҙарҙың балиғ булмаған тотҡондары иҫәбенән 40 меңдән ашыу ветеран 5000 һум күләмендә аҡса аласаҡ.
Республикала йәшәүсе 85 меңдән ашыу тыл хеҙмәткәренә һәм элекке нацистик концлагерҙар, төрмәләр һәм геттоларҙың балиғ булған тотҡондарына бер мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.
Бер нисә нигеҙ буйынса бер тапҡыр түләнә торған аҡса алыу хоҡуғына эйә булған граждандарға ҙурыраҡ күләмдә түләү тәғәйенләнәсәк.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, был граждандарға бер ергә лә барыу кәрәкмәй, түләү Пенсия фондында булған мәғлүмәттәр нигеҙендә билдәләнәсәк. РФ Президенты Указын бойомға ашырыуға әҙерлек барышында Пенсия фонды органдары мәғлүмәттәр базаһын Бөйөк ватан һуғышы ветерандары тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр менән тулыландырыу буйынса халыҡты социаль яҡлау органдары менән әүҙем эш алып барҙы.
Бер тапҡыр түләнә торған пособие апрель айы өсөн пенсия менән бер үк ваҡытта биреләсәк. Әгәр граждан пенсияһын көс структуралары линияһы буйынса һәм Пенсия фонды органдары аша алһа, уға бер тапҡыр түләү Пенсия фондынан биреләсәк.
РФ Президенты Указын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән дөйөм финанслау күләме Башҡортостан Республикаһында 287 миллион һум тәшкил итәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика