07:39 (UTC+5), 26 Марта 2010

Башҡортостан селекционерҙарының яңы ҡаҙаныштары

Рәсүл Хәмиҙуллин
Рәсәй селекция ҡаҙаныштары дәүләт реестрында лимондың дүрт сортынан өсәүһе Өфө лимонарийы теплицаларында сығарылған. Етмәһә, был исемлектә ике цитрон да бар, һәм уларҙың икеһе лә Башҡортостан селекционерҙары ҡаҙанышы. Был турала Өфө урман техникумында үткән “Социаль партнерлыҡ – урман һәм ағас эшкәртеү тармаҡтары белгестәрен уңышлы әҙерләү нигеҙе” форумында Дәүләт сорт комиссияһының Башҡортостан филиалы директоры Иван Леонтьев һөйләне.
— Өфө лимонарийы уникаль. Был Көнсығыш Европала иң ҙур цитрус үҫемлектәре питомнигы, унда емештәр үҫтереү генә түгел, эксперимент эшмәкәрлеге лә алып барыла, — тине Иван Леонтьев. – Республика селекционерҙары был йүнәлештә әүҙем эшләй, ул, һис шикһеҙ, үҫешергә тейеш.
Төбәктә баҡсасылыҡты һәм үҫемлекселекте үҫтереү мөһимлеге хаҡында Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек кафедраһы профессоры Гизәр Мансуров та үҙ фекерен әйтеп үтте.
— Өфө лимонарийында үҫтерелгән емештәр күп өҫтөнлөктәргә эйә, — тине ул. – Иң элек, улар химикаттар менән эшкәртелмәй һәм витаминдарға бай. Иҡтисади яғы ла мөһим фактор булып тора. Бөгөн ситтән емеш-еләк һатып алып, беҙ сит кеҫәләрҙе тулыландырабыҙ. Шуға күрә үҙ хужалығыбыҙға етди иғтибар бирергә кәрәк. Етмәһә, республикабыҙҙа бының өсөн кәрәкле бөтә шарттар бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика