11:20 (UTC+5), 26 Марта 2010

Башҡортостан предприятиелары Камчатканы газ менән тәьмин итеүҙә ҡатнаша

Рәсүл Хәмиҙуллин
«Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Камчатка өлкәһен газ менән тәьмин итеү» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Камчатка крайының Нижне-Квакчинское ятҡылығына ҡорамалдар тейәүҙе ваҡытынан алда башҡарҙы. 50 тонна ауырлыҡтағы ҡорамалдар автотранспорт менән Екатеринбургҡа алып барылған, артабан Ан-124 «Руслан» ауыр хәрби-транспорт самолеты менән — Петропавловск-Камчатскийға. Күп хеҙмәт талап иткән процесты өҫтәүенә ҡорамалдарҙы урынлаштырыу урынының алыҫта булыуы ҡатмарлаштыра – ятҡылыҡҡа тиклем туғыҙ мең километр.
Технологик объекттар төҙөлөшөнөң модулле концецияһын ҡулланыу арҡаһында ҡорамалдар имен алып барып еткерелгән. Был концепция транспортировкалағанда ҙур йөктөң махсус блоктарға урынлаштырылыуынан ғибәрәт. «Башинформ» агентлығына «Уралтехнострой корпорацияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был алым предприятиеға төбәктәрҙәге эштәрҙә ҡатнашыу географияһын киңәйтергә һәм заказсының иң юғары талаптарына яуап биргән юғары технологиялы ҡорамалдарҙы илдең төпкөл урындарына алып барып еткерергә мөмкинлек бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика