08:14 (UTC+5), 25 Марта 2010

«Йыл инженеры» бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандың туғыҙ белгесе билдәләнде

Эльвира Латипова
Башҡортостан предприятиеларының бер юлы туғыҙ белгесе 2009 йыл йомғаҡтары буйынса “Йыл инженеры” бөтә Рәсәй конкурсының беренсе турында еңеүсе булды. Шуларҙың өсәүһе конкурс лауреаттары тип табылды.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй фәнни һәм инженер йәмәғәт ойошмалары союзы Координацион советының беренсе сәркәтибе Константин Кошелевтан рәхмәт хаты килде.
«Профессиональ инженерҙар» версияһында, «Авиация һәм космонавтика» номинацияһында, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үҙәк завод лабораторияһындағы ныҡлыҡ лабораториһы начальнигы Алексей Дубин лауреат булды. «Йәштәрҙең инженерлыҡ сәнғәте» версияһында, «Сәнәғәт производствоһы идаралығын ойоштороу» номинацияһында, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең Инновацион проекттары идаралығы секторы начальнигы Азат Нурғәлиев еңде. «Химия» номинацияһында «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең производство начальнигы урынбаҫары Радик Әсфәндиәровҡа етеүсе табылманы (Стәрлетамаҡ).
Йәнә алты инженер бөтә Рәсәй конкурсының беренсе турын уңышлы үтте. Улар «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен (Благовещен), «Гидравлика» агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы (Өфө) һәм «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте исеменән сығыш яһаны, тип хәбәр итә БР Сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Конкурс фәнни-техник йәмәғәтселек өлкәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Сираттағы бөтә Рәсәй конкурсы 2010 йылдың апрелендә иғлан ителәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика