05:36 (UTC+5), 25 Марта 2010

Башҡортостан инвестпроекттар өсөн асыҡ

Михаил Сытин
Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев шаршамбы, 24 март көнө, “Эфес-Рәсәй” компанияһының генераль директоры Йюксель Гекбулут менән республика биләмәһендә «Эфес-Рәсәй» һәм «Русджам-Өфө» компанияларының инвестиция проекттары перспективаларын тикшерҙе.
Гекбулут әфәнде әйтеүенсә, Башҡортостан Анадолу компаниялары төркөмөнөң өҫтөнлөклө иғтибарын йәлеп иткән зона булып ҡала. Быйыл компания туҡланыу предприятиелары селтәрен үҫтереүгә 2,5 миллион доллар аҡса һалырға ниәтләй. Үҙенең эшмәкәрлек алып барыу осоронда ул реаль секторға барлығы 80 миллион долларҙан ашыу аҡса инвестициялаған.
Йюксель Гекбулут әфәнде шулай уҡ холдингының республика иҡтисадының башҡа тармаҡтарына ла инвестиция һалырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе. Атап әйткәндә, Төркиә компанияһы республика Хөкүмәте иғтибарын йүнәлткән күн эшкәртеү һәм руда табыу тармаҡтарындағы проекттарға ҡыҙыҡһыныу белдерҙе.
Премьер процедураларҙы оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа һәм яҡын арала аныҡ инвестиция проекттарын әҙерләү өсөн компания белгестәрен ебәрергә тәҡдим итте.
- Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ике йүнәлеш буйынса ла эшләнмәләр бар, беҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлектең тәҡдим ителгән варианттарын ҡарарға әҙербеҙ, - тине Премьер.
Әңгәмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары , сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров ҡатнашты.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика