Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Баш
Рус
Eng
Иҡтисад
25 Марта 2010, 12:01
2009 йылдағы һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлеге өсөн Президент Премиялары бирелде
2010 йылдың 25 мартында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «2009 йылдағы «Һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлеге өсөн» Башҡортостан Республикаһы Президенты Премияһын биреү тураһында» Указына ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһы Президентының «Һөҙөмтәле инвестицион эшмәкәрлек өсөн» Премияһы түбәндәге ойошма һәм предприятиеларға бирелде:
Өфө ҡалаһының «Максимовка» агросәнәғәт комплексы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Туймазы районының «Нерал-Матрикс» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралтехнострой-Туймазыхиммаш» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Гидравлика» агрегат предприятиеһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы , Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Урал быяла компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Өфө агрегат производство берекмәһе» ФДУП-ы, Нуриман районының “Павловка” туристик тау саңғыһы үҙәге, Өфө ҡалаһының «Өфө «Молния» фәнни-производство предприятиеһы» ФДУП-ы, «Уфанет» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Премия лауреаттарына I дәрәжәләге дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Автор:
БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Теги:
иҡтисад лидерҙары
Читайте нас