Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2010, 09:31

«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре Ҡалтасыла эшҡыуарҙар менән осрашты

«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма дирекцияһы эшҡыуарҙар менән сираттағы күсмә ултырышын үткәрҙе. Был юлы ул Ҡалтасы районында үтте.
Эшҡыуарҙарҙы ҡыҙыҡһындырған төп тема — 2010 йылда Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары үҫеше буйынса республика программаларын ғәмәлгә ашырыу. Ҡалтасы районы эшҡыуарҙарының субсидиялауға эшҡыуарҙарҙың ғаризаларын һайлап алыу буйынса комиссия ағзаһы Глеб Абдулинға (“Рәсәй терәге” Башҡортостан бүлексәһенән) туранан-тура мөрәжәғәт итергә мөмкинлеге булды. Ул бизнес вәкилдәренә быйыл документтар йыйыуҙың нисек ойошторолоуы, шулай уҡ тапшырылырға тейешле документтар исемлегендәге үҙгәрештәр һәм субсидиялауҙа яңы йүнәлештәр тураһында һөйләне.
«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Туймазы бүлеге етәксеһе Лилиә Комарова йыйылышта ҡатнашыусыларға йәнә бер яңылыҡ - ауыл хужалығында шөғөлләнгән эшҡыуарҙарға ярҙам программаһы тураһында бәйән итте. Бында 2008-2012 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығы үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү дәүләт программаһы хаҡында һүҙ бара.
«Рәсәй терәге» Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма дирекцияһы вәкилдәренән тыш, осрашыуға дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берекмәләре һәм журналистар ҙа килде.
Ҡалтасы районы прокуроры эшҡыуарҙарҙың күҙәтеү органдарының тикшереүҙәр иҫәбен көйләүсе 294-се Федераль закондың районда ғәмәлгә ашырылыуы менән бәйле һорауҙарына яуап бирҙе.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: