07:52 (UTC+5), 24 Март 2010

Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеп ҡороу проекты буйынса Өфөгә немец эксперттары килеүе көтөлә

Эльвира Латипова
Германия эксперттары Карл-Хайнц Клингер, Курт Хорншильд, Вольфганг Гимбель һәм Андреас Шурҙы Башҡортостанда 6-9 апрелдә көтәләр. Уларҙың сираттағы Өфөгә эш сәфәре берлектәге «Башҡортостан Республикаһы сәнәғәт сәйәсәтен үҙгәртеп ҡороуҙы әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу» проекты сиктәрендә планлаштырыла. Проект менән БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы менән Федератив Германия республикаһының Иҡтисад һәм технологиялар министрлығы шөғөлләнә.
Республиканың Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 апрелдә ҡунаҡтар «Инновациялар салоны-2010» махсуслаштырылған күргәҙмәһен ҡараясаҡ. Шул уҡ көндө эксперттар министрлыҡ коллегияһы эшендә ҡатнаша – кәңәшмә Башҡортостандың кластер сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуға арнала. Көндөң икенсе яртыһына «Туризм һәм сервистың инновацион потенциалы. Урал-2010» форумы менән танышыу планлаштырылған.
Эксперттар шулай уҡ туризмды индустриаль яҡтан тәьмин итәсәк фәнни-производство кластерын булдырыу һәм үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң сираттағы ултырышында ҡатнашасаҡ. Ул 9 апрелдә Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһында үтә. Шул уҡ көндө БР Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһында «Башҡортостан Республикаһының инновацион үҫеше: кадрҙар менән тәьмин итеү һәм Европа тәжрибәһе трансферы» темаһына түңәрәк өҫтәл үтә.
Урман сәнәғәте кластерын ойоштороу эштәре сиктәрендә Өфө урман хужалығы техникумын ҡарау ҙа алдан билдәләнгән программаға индерелгән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика