Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2010, 15:35

Стәрлебаш районында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек барышы тикшерелде

Бөгөн Стәрлебаш районы үҙәге — Стәрлебаш ауылында Башҡортостандың Урал алды зонаһында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеккә арналған агрономик кәңәшмә үтә.
Кәңәшмәлә яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышы һәм уны ойошҡан рәүештә үткәреү буйынса бурыстар тикшерелә. Техниканың әҙерлеге, хужалыҡтарҙы яғыулыҡ-майлау материалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы культураларының яңы сорттары тураһында һөйләшеү алып барыла.
Һөйләшеүҙә БР Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, ведомстволағы ойошмалар, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре, район ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары, баш агрономдары һәм инженерҙары, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре директорҙары һәм башҡалар ҡатнаша.
БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҡын арала Борай һәм Әбйәлил райондарында ошондай уҡ агрономик кәңәшмәләр үтәсәк.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: