04:24 (UTC+5), 23 Марта 2010

«Рәсәйҙең йәш эшҡыуары – 2010» һайлап алыу конкурсы дауам итә

Юлай Мәғсүмов
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән ойошторолған «Рәсәйҙең йәш эшҡыуары – 2010» бөтә Рәсәй конкурсы заявкалар ҡабул итеүҙең дауам ителеүе хаҡында иғлан итә.
Заявка тапшырған ваҡытта 16 - 30 йәштә булған эшҡыуарҙар конкурста ҡатнаша ала. «Бизнестың йәш оҫтаһы», «Уңышлы старт», «Социаль яуаплы бизнес», «Мәктәп һәм студент бизнесы» кеүек номинацияларҙа үҙ көсөңдө һынап ҡарарға мөмкин. Конкурстың төбәк этабы 15 апрелдә тамамлана.
10 көн дауамында еңеүселәр билдәләнәсәк, улар артабан киләһе, округ этабында ҡатнашасаҡ. Иң яҡшылары бөтә Рәсәй кимәленә үтәсәк. Һуңғы этап 1 июндә старт ала. Еңеүселәр 2010 йылдың 16 июнендә Санкт-Петербургта үтәсәк Йәштәрҙең халыҡ-ара иҡтисади форумында асыҡланасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте http://www.mmef.ru/entrepreneur-of-a-year/ сайтынан алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика