11:27 (UTC+5), 23 Марта 2010

Башкортостан иҡтисадын кредитлауҙың өстән бер өлөшө эшкәртеү производствоһына тура килә

Эльвира Латипова
Башҡортостан иҡтисадына банктарҙың кредит аҡса һалыуҙары структураһында 81,1 млрд. һум (33,4%) эшкәртеү производствоһына тура килә. Йәнә 28,3 млрд. һум (11,7%) кредит ресурсы булараҡ күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү предприятиеларына бирелгән; 12,1 млрд. һум(5%) — ауыл хужалығы, һунар һәм урман хужалығына тура килә. 9,1 млрд. һумды (3,8%) заем алыусылар күсемһеҙ милек менән операциялар башҡарыу өсөн алған. 6,5 млрд. һум (2,7%) төҙөлөш өлкәһендә эшләүсе предприятиеларға тура килә; 5,5 млрд. һум (2,2%) – файҙалы ҡаҙылмалар табыу өсөн; 1,6 млрд. һум (0,7%) — электр энергияһын, газ һәм һыу етештереү һәм таратыу өсөн; 1,4 млрд. һум (0,6%) транспорт һәм элемтә өсөн алынған.
Дөйөм алғанда 2009 йылда банктар менән юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелгән кредит күләме бер ярым тапҡырға кәмегән. БР Милли банкы матбуғат хеҙмәтенең аныҡланған мәғлүмәте буйынса, был категориялағы заемсылар республика территорияһында кредит ойошмаларынан йәмғеһе 276,6 млрд. һум алған.
Йыл башына ҡарата, банктар менән юридик шәхестәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелгән кредиттың ҡалған өлөшө 160,9 млрд.һум тәшкил иткән. Йыл башынан алып был сумма биш процентҡа артҡан. Шуларҙың 15,9 млрд. һумы (9,9 процент) – ваҡытында түләнмәгән бурыс.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика