Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Март 2010, 16:45

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүҙәренә тарифтар артыҡ юғары түгел

Сауҙа, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан «Башинформ» агентлығында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин менән матбуғат конференцияһы үткәрелде. Һөйләшеү тармаҡ ҡаҙаныштары хаҡында ғына түгел, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүҙәренә тарифтарҙың үҫеүе, идара итеүсе кампанияларҙың үҙ функцияларын тейешенсә үтәмәүҙәре, торлаҡты файҙаланғанда килеп тыуған проблемалар хаҡында ла алып барылды.
Ғиман Әсәҙуллин журналистарға, Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эштәр торошо башҡа төбәктәргә ҡарағанда яҡшыраҡ, тип хәбәр итте. Беҙҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүҙәренә тарифтар бер ерҙә лә 25 проценттан ашманы. Дөйөм алғанда, республикала быйыл 1 ғинуарҙан торлаҡтың бер квадрат метрына торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙең уртаса хаҡы 55,5 һум тәшкил итте, йәғни былтырғы кимәлдән 13,5 процентҡа артығыраҡ.
2009 йылда республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡты модернизациялауға 1,5 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Ә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу фондынан бөтәһе ике йылда йорттарҙы капиталь ремонтлауға 7,3 миллиард һум йүнәлтелде. Һөҙөмтәлә былтыр 539 йорт ремонтланды. БР торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡарамағында хәҙер 83 миллион квадрат метр торлаҡ иҫәпләнә, шуның 220 мең квадрат метры самаһы – иҫке һәм авария хәлендә. Бындай йорттарҙы һүтеү мәсьәләһе менән БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы шөғөлләнә.
Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Ғиман Әсәҙуллин, хәҙер торлаҡ милекселәре иҡтисади нигеҙләнгән тарифтарҙың 88 процентын түләй, тине. Фатир өсөн түләү буйынса бурыс өс проценттан ашмай.
— Был ҙур һан түгел, шулай ҙа барыһы ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәтләндереүҙәре өсөн ваҡытында түләп барһа, яҡшыраҡ булыр ине, — тине министр. – Беҙ түләмәүселәргә ҡаршы көрәштә законһыҙ ысулдар ҡулланмайбыҙ. Әлегә фатирҙан сығарыу осраҡтары теркәлмәгән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләүсе кадрҙарға килгәндә, бөгөнгә биш меңдән ашыу кеше етешмәй. Иң элек, һүҙ эш хаҡы түбән булған эшсе һөнәрҙәре хаҡында бара. Ғиман Әсәҙуллин әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһы үҫә бара, күптәр юғары белемле.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: