04:53 (UTC+5), 18 Марта 2010

Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге 2009 йылға йомғаҡтар яһаны

Рәсүл Хәмиҙуллин
Метрология нигеҙҙәрен пропагандалауға уҙған йылда ҙур иғтибар бирелгән. Башҡортостан предприятиелары өсөн барлыҡ үлсәү төрҙәре буйынса туғыҙ семинар ойошторолған. Был турала 2009 йылға учреждениеһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһағанда БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге директоры Амран Моратшин һөйләне. Байтаҡ яңылыҡтар үҙләштерелгән, үҙәктең эталон базаһы яҡшыртылған.
—2009 йылда 279-ҙан ашыу үлсәү сараһы берәмеге тикшерелгән, 2008 йыл менән сағыштырғанда был биш процентҡа әҙерәк. Күп осраҡта был метрологик тәьмин итеү өлкәһендә ҡануниәт үҙгәреүе һәм дәүләт контроле кәмеүе менән аңлатыла, — тине Амран Моратшин.
Башҡа күрһәткестәр буйынса, нигеҙҙә, үргә барыусы динамика күҙәтелә. Үлсәү сараларын һынау, предприятиеларҙың метрология хеҙмәттәрен аккредитациялау, ҡорамалдарын аттестациялау республика иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. «Башҡортостан Республикаһы Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы тырышлығы менән 38 аналитик һәм 12 һынау лабораторияһы аккредитацияланған.
Республика предприятиеларына сифат менеджменты системаһын әҙерләү һәм индереү үҙәк эшмәкәрлегенең бер өлөшө иҫәпләнә. 2010 йыл башына Башҡортостандың 369 предприятиеһында сертификацияланған сифат менеджменты системаһы булдырылған.
Үҙәк етәксеһе ағымдағы йылға учреждение эшенең маҡсаттарын да билдәләне. Улар иҫәбенә эшмәкәрлекте киңәйтеү, яңы төр эштәрҙе әүҙем үҙләштереү, үҙәктең техник һәм кадр ресурстарын тулыраҡ ҡулланыу һәм башҡалар инә. Социаль өлкә лә ситтә ҡалмаясаҡ. Йәш ғаиләләргә, ололар һәм инвалидтарға ярҙам итеүҙе дауам итәсәктәр. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгән йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар һәм башҡа төрлө саралар үткәреләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика