Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Март 2010, 17:17

Комбайнсылар һәм тракторсылар парта артына ултырҙы

Башҡортостанда республиканың машина-технологик станциялары өсөн (МТС) комбайн операторҙары һәм тракторсылар әҙерләү алып барыла. Уҡыу башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары нигеҙендә ойошторолған. Бөгөн БР Ауыл хужалығы министрлығында үткән кәңәшмә тап ошо темаға арналды, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Раил Афзаловтың әйтеүенсә, быйылғы йыл башынан алып Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ике меңгә яҡын етәкселәре һәм белгестәре квалификация күтәреү курстары үткән.
МТС линияһы буйынса ғына былтыр 900 эшсе уҡытылған. Быйыл йәнә 200 кешене уҡытыу планлаштырыла.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: