05:29 (UTC+5), 17 Март 2010

Халыҡ иҫәбен алыу барышында граждандарҙың да, иҫәпселәрҙең дә хәүефһеҙлеге тәьмин ителәсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡанда уны үткәреүҙең хәүефһеҙлегенә лә етди иғтибар бирелә. Сер түгел, кешеләрҙең күбеһе халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә һағайып ҡарай, өйҙәренә иҫәпселәр урынына һәр төрлө мутлашыусылар инеүенән ҡурҡа. Граждандар именлеген һәм улар биргән мәғлүмәттең конфиденциаллеген гарантиялау ниәтендә, иҫәпселәргә махсус танытмалар тапшырыла, улар уны паспорты менән бергә күрһәтергә тейеш. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Росстаттың Халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы идаралығы начальнигы Ирина Збарская хәбәр итте. Ул шулай уҡ иҫәпселәрҙең үҙҙәренең именлеген тәьмин итеү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуның арҡаһында урам, йорт һәм подъездарҙы яҡтыртыуға өҫтәмә иғтибар биреләсәк.
Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниевтың әйтеүенсә, республикала 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа иҫәпселәргә бәйле криминаль ваҡиғалар күҙәтелмәгән. Ауылдарҙың береһендә шулай ҙа бер иҫәпсегә берәҙәк эт ташланған. Тимәк, бындай мәсьәләне лә хәл итергә кәрәк.
Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең һуңғы этабында техник пландағы һорауҙар асыҡлана, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла. Һәм бында, матбуғат конференцияһында билдәләүҙәренсә, киң мәғлүмәт сараларының роле баһалап бөткөһөҙ.
Һорау алыу ваҡытында хаталар китмәһен өсөн, инструкторҙар менән һайлап тикшереү үткәреләсәк. Икенсегә урап сығыу булған хаталарҙы төҙәтергә һәм мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерергә мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика