Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2010, 11:16

«ВымпелКом»да яңы директор

«ВымпелКом» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Билайн» тауар билдәһе) компанияның Волга буйы төбәгенә яңы директор тәғәйенләү тураһында иғлан итә. Ул – элек бәләкәй предприятиелар менән үҙ-ара бәйләнештәр буйынса директор вазифаһын биләгән Олег Гордеев. «ВымпелКом»ға ул 2001 йылда килә һәм алты йыл буйына компанияның Һарытау филиалына етәкселек итә. С 2007 йылдың июненән 2009 йылдың декабренә тиклем Олег Гордеев компанияның Грузиялағы ярҙамсы предприятиеһы булып торған «Мобител» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен етәкләй.
Яңы вазифала Олег Гордеев компанияның бөтә йүнәлештәрен үҫтереү өсөн яуап бирәсәк, шул иҫәптән мобиль һәм теркәлгән элемтә, Волга буйы төбәгенең 11 филиалы (Өфө, Нижегородка, Ҡазан, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Йошкар-Ола, Саранск, Пенза, Ульяновск һәм Чебоксар) сиктәрендә шәхси һәм корпоратив клиенттар өсөн интернетҡа инеү һәм башҡалар.
Яңы тәғәйенләнешкә аңлатма биреп, «ВымпелКом» (Рәсәй) асыҡ акционерҙар йәмғиәте баҙарында бизнесты үҫтереү буйынса башҡарыусы вице-президент Дмитрий Плесконос шулай тип билдәләне:
— Олег юғары профессиональ, һөҙөмтәле менеджер, ул төрлө һатыу-алыу баҙарҙарында бизнесҡа идара итеү тәжрибәһенә эйә. Тармаҡты тәрән белеү, урындағы баҙар спецификаһын аңлау, һәм тупланған идара итеү экспертизаһы Олегка Волга буйы төбәгендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итер, тип ышанам.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: