04:01 (UTC+5), 16 Марта 2010

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары – айырым контролдә

Сергей Захаров
15 мартта Өфөлә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов “Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы һәм тарифтарҙы көйләү тураһында”ғы мәсьәлә буйынса Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак үткәрҙе.
Дмитрий Козак, үҫеш 25 проценттан ашҡан төбәктәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар бер аҙна эсендә түбәнәйтелергә тейеш, тип билдәләне. Вице-премьер әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар проблемаһы “киҫкен сәйәси төҫ алды”.
- Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе социаль әһәмиәтлеләрҙең береһе һәм уны көйләү мәсьәләләренә бөтә яҡлап уйланылған мөнәсәбәт булдырыу зарур. Һәр сара нигеҙле һәм яҡшы тикшерелгән булырға тейеш, - тине Д.Н. Козак.
Башҡортостан Республикаһы Тарифтар буйынса комиссияһы рәйесе Валентин Александров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы көйләү мәсьәләләре махсус контролдә тотола. Республика буйынса дөйөм алғанда 2010 йылдың 1 ғинуарынан торлаҡтың бер квадрат метрына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең уртаса хаҡы 55,5 һум тәшкил итә, былтырғы кимәлгә ҡарағанда үҫеш – 13,5 процент. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар үҫеүенең төп сәбәптәренең береһе - ике яҡлап субсидиялау. Был сара илдәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярашлы тормошҡа ашырыла.
Шул уҡ ваҡытта Александров “тап Рәсәй Хөкүмәте тарифтар үҙгәреүенә етди йоғонто яһай” тип билдәләй. Уның әйтеүенсә, “урындарҙағы тарифтарға йоғонто яһаусы федераль күрһәткестәр сиктән тыш күп”. Ә уларҙы үтәргә тура килә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика