11:51 (UTC+5), 16 Марта 2010

Илебеҙҙең миллионлы халҡы булған ҡалалары араһында Өфө лайыҡлы урында

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫеше республиканың баш ҡалаһына илебеҙҙең эре ҡалалары араһында байтаҡ күрһәткестәр буйынса алдынғы урынға сығырға мөмкинлек бирҙе. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы менән үткән оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Валентин Сотниченко һөйләне.
— Иҡтисади көрсөктөң кире күренештәре ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә тәьҫир итмәй ҡалманы, әлбиттә, ләкин уның йоғонтоһо минималь булды, һәм 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса байтаҡ күрһәткестәр арҡаһында Өфө Рәсәйҙәге миллион халҡы булған башҡа ҡалалар араһында лайыҡлы урын алды.
Мәҫәлән, сәнәғәттең етештереү индексы Өфөлә 2009 йылда 97,6% тәшкил иткән, был күрһәткес буйынса республикабыҙҙың баш ҡалаһы Ҡазандан һуң икенсе урында, күршеләрҙең күрһәткесе 100,8% еткән.
Икенсе урынды, был юлы Екатеринбургтан һуң, Өфө ваҡлап сауҙа итеү һәм йәмәғәт туҡланыуы буйынса алған, ул 2009 йылда 279 миллиард һум тәшкил иткән. Тейәлгән продукция буйынса ла Өфө 2009 йыл йомғаҡтары буйынса икенсе урында.
Торлаҡ төҙөлөшөндә генә Өфө миллионлы ҡалаларҙан артта ҡалған. Уҙған йылда баш ҡалала 564,5 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был күрһәткес менән ҡалабыҙ бишенсе урында. Беренселек 2009 йылда 800 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән Дондағы Ростов ҡалаһында.
Өфө халҡының уртаса эш хаҡына килгәндә, 2009 йылда ул биш процентҡа үҫкән һәм 19,8 мең һумға еткән. Ләкин хаҡтар менән сағыштырғанда, инфляцияны иҫәпкә алғанда, халыҡтың ысынбарлыҡтағы килеме кәмегән.
Валентин Сотниченконың әйтеүенсә, эш хаҡының әүҙем артыуы бюджет өлкәһенә хас. Мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 2009 йыл дауамында уртаса 20,2 процентҡа артҡан, ә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренеке –16,2 процентҡа.
Демографик хәл йыл дауамында күпкә яҡшырған. Халыҡ иҫәбенең тәбиғи артыуы алты мең кешегә еткән. Йәнә дүрт мең кешегә баш ҡала мигранттар иҫәбенә артҡан. Бөгөн Өфөлә 1 миллион 38 мең кеше даими йәшәй. — Шулай итеп, бөгөн Өфө социаль-иҡтисади үҫештең һәр йүнәлеше буйынса тотороҡло урын биләй, - тигән һығымта яһаны Валентин Сотниченко.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика