Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Март 2010, 15:00

Өфө хакимиәтендә бюджетта эшләүселәргә эш хаҡы түләүҙең яңы системаһы һөҙөмтәһен тикшерҙеләр

Бөтә ил буйынса 2009 йылда индерелгән бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләүҙең яңы системаһы Өфөлә тәүге һөҙөмтәләрен бирҙе. Был турала бөгөн ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә БР Хеҙмәт министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса хеҙмәт бүлеге начальнигы Геннадий Майоров хәбәр итте.
2009 йыл дауамында яңы система Өфөнөң 529 муниципаль ойошмаһына индерелгән һәм 66 меңдән ашыу кешегә ҡағылған. Был процесс барышында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡының дөйөм фонды 800 миллион һумға артҡан, ә уртаса эш хаҡы 2009 йыл дауамында 18,2 процентҡа артып, 9,4 мең һум тәшкил иткән. Эш хаҡының әүҙем күтәрелеүе мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә күҙәтелгән. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ул бер аҙ әкрен үҫешкән, шулай ҙа әлеге ваҡытта медиктар башҡа бюджет хеҙмәткәрҙәренә ҡарағанда күберәк эш хаҡы ала.
— Хеҙмәт хаҡын түләүҙең яңы системаһын индереү арҡаһында өлгәшелгән иң мөһим нәмә — ул аҙ түләнгән вазифалағы кешеләргә эш хаҡын арттырыу, - тине Геннадий Майоров. – Быларға китапханасылар, социаль хеҙмәткәрҙәр инә. Уларҙың эш хаҡын ҙур тип әйтеп булмай, әлбиттә, ләкин элеккеһе менән сағыштырғанда, улар күпкә артығыраҡ.
Шул уҡ мәлдә, Геннадий Майоров әйтеүенсә, хеҙмәт хаҡын түләүҙең яңы системаһын индереү бер нисә мәсьәлә лә тыуҙырған. Мәҫәлән, Өфөнөң бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең күпселеге барыһын да тигеҙләү принцибынан риза түгел, яңы системаның юғары квалификациялы белгес менән түбән разрядлы белгестең эш хаҡын тигеҙләгән осраҡтары ла бар. Бюджет өлкәһе эшселәренең минималь эш хаҡының 4330 һумға еткерелеүе эш биреүселәрҙең ризаһыҙлығын тыуҙырған. Улар аҙ түләнгән вазифаға ҡуйылған эшселәрҙең эш хаҡы хәҙер улар башҡарған эш сифатына бәйле булмауын билдәләй.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас: