Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Март 2010, 09:26

«ОЗНА» «ЛУКОЙЛ – Көнбайыш Себер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең торба үткәргесен реконструкциялауҙа ҡатнаша

Башҡортостандың «ОЗНА» компанияһы Мортымья-Тетерев ятҡылығының 58 километр оҙонлоҡтағы торба үткәргесе участкаһын («Лукойл – Көнбайыш Себер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Урайнефтегаз» предприятиеһы) реконструкциялауҙа ҡатнашасаҡ.
«ОЗНА» — «Тәбиғәттән файҙаланыу институты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте проект дивизионы был участкала проект-эҙләнеү эштәрен алып барыуға тендерҙа еңеп сыҡҡан. Килешеү шарттары буйынса эштәрҙе алты ай эсендә, йәй аҙағынаса башҡарып сығыу бурысы тора.
Проект институты белгестәре әйтеүенсә, инженер эштәрен үтәү иң яуаплыһы һанала, сөнки уларҙы Югра һаҙлыҡтары иреп бөтмәҫ элек, апрель аҙағынаса тамамларға кәрәк.
Автор:Эльвира Латипова
Читайте нас: